Киләһе йылдан яңы закон көсөнә инә. Уға ярашлы фермерҙарға дәүләт һәм муниципаль ҡарамаҡта булған ауыл хужалығы ерҙәрен 5 йылға ҡуртымға конкурсһыҙ алырға рөхсәт ителә. Биләмә маҡсатҡа ярашлы файҙаланырға тейеш. Уны башҡаларға биреү тыйыла. Бындай үҙгәреш аграр бизнесты үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, тип белдерәләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан.







