Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Үҙәк ҡала шыршыһын рәсми асыу тантанаһы үтте

Сарала өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Ҡуян тәбрикләне. Баш ҡаланың ете районы Ҡыш бабайҙарҙы йыйылған сара хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Өфөнөң төп шыршыһы урынлашҡан майҙаны бала-сағаның шат тауыштарынан шау-гөр килеп тора. Малай-ҡыҙҙар тап шулай итеп Яңы йылға боҙҙан шыма тауҙар һәм һырғалаҡтар төҙөлөүенә ҡыуанысын белдерә. Был матур ҡаласыҡ Өфө хаҡының һәм ҡунаҡтарының изге теләктәр әйтеү, рәхәтләнеп ял итеү майҙанына әүереләсәк.

Яңы йыл шыршыһын асыу хоҡуғы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаеваға һәм Өфөнөң баш Ҡыш бабайына бирелде.

Өфөгә ҡорға ҡар-бурандары йырып килеп еткән ете Ҡыш бабайҙың да маҡсаттары изге. Дим биҫтәһенең төп Ҡыш бабайы ҡунаҡтарға һәм балаларға күнекмәләр үткәрҙе. Һәр Ҡыш бабай Яңы йылдың шыршы байрамын балалар мул бүләктәр менән, шатланып, бәхетле һәм бәлә-ҡазаһыҙ үткәрһен тип теләй.

Яңы йылдан һәр кемебеҙ мөғжизә көтә. Өфөләләрҙең төп байрамы иҫтә ҡалырлыҡ һәм сағыу булһын өсөн мәҙәни саралар үткәреләсәк. Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен сәхнәнә еткереүсе сәнғәт әһелдәре лә балалар ҡышҡы каникулдарын күңелле һәм хәүефһеҙ үткәрһен ине, тигән ҡарашта.

Ҡуян йылында ла иң яҡшы боҙ ҡаласығы, боҙ һындары, скульптуралары, серле боҙ ҡаласығы номинациялары буйынса еңеүселәр бүләкләнәсәк. Бынан тыш район шыршыһын асыу тантанаһы еңеүсеһе лә асыҡланасаҡ. Яңы йыл иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн Өфөнөң төп Ҡыш бабайы Ҡарһылыу менән бергәләп балаларға төрлө конкурстар һәм тәмлекстәр әҙерләгән .

Баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанындағы үҙәк боҙ майҙансығы фән һәм техника үҫешенә арналһа, ҡалғандары балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен әкиәт донъяһына саҡыра.

28 декабргә Өфөнөң барлыҡ райондарында ла боҙ майҙансыҡтары асыласаҡ тип күҙаллана. Был майҙансыҡтарҙа Яңы йылдың 2-10 ғинуарына тиклем көн һайын сәғәт 12 балаларға күңел асыу сараларын ойоштороу ҡаралған. Ә 25 декабрҙән Ағиҙел ярында Ҡыш бабай биләмәһе асыласаҡ. Ҡунаҡтарҙы бында әкиәти, мөғжизәле байрам атмосфераһы көтә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ