Уттан зыян күргән пациент үҙ ғүмерен ҡотҡарыусы табиптарға рәхмәтен еткергән

Уттан зыян күргән пациент үҙ ғүмерен ҡотҡарыусы табиптарға рәхмәтен еткереп, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Республика тән бешеү үҙәгендә дауаланыусы Вадим Шәрәфетдиновтың иҫән ҡалырға мөмкинлектәре аҙ булған, әммә тәжрибәле белгестәр зыян күреүсене аяҡҡа баҫтырған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Вадим Шәрәфетдинов яңынан тыуған тип әйтергә мөмкин. Тәне 70 процентҡа янып саҡ иҫән ҡалған пациент Республика тән бешеүҙәре үҙәге табиптарына рәхмәт әйтергә килгән. Дүртөйлөлә йәшәүсе егеттең бер йыл элек гаражда лампочка тоҡандырып ацетилен шартлауҙан ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала.

Вадим Шәрәфетдинов Дүртөйләнән Өфөгә санавиация ярҙамында килтерелә. Табиптар уны ҡотҡарыу өсөн күп көс һала. Егеттең иҫән ҡалыуы мөғжизәгә тиң була. Ауыр реабилитация, бер нисә операция хәҙер артта ҡалған. Аҡ халатлылар үҙҙәре лә көслө рухлы пациенттың йәшәүгә ынтылышына һәм тырышлығына һоҡланыу белдерә.

Белеме буйынса биолог булған Вадим Шәрәфетдинов сәскә кибете асырға ниәтләй. Бер аҙна элек кенә өйләнгән егет артабан әүҙем тормош алып барып, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә өмөтләнә. Уның тән ағзалары ныҡлы зыян күргән һәм февралдә тағы ла операция көтөлә.

Республика тән бешеүҙәре үҙәгенә төбәктең төрлө-район ҡалаларынан ауыр хәлдәге пациенттар килтерелә, учреждениела йылына мең ярым кешегә , шул иҫәптән балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Быйыл белгестәр үҙәктә ауыр хәлдәге 130 кешене аяҡҡа баҫтырған.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ