Ғафури районы Имәндәш ауылы биләмәһендәге Еҙем тәбиғәт паркында асылған глэмпинг ялға саҡыра

Туристар бында афрейм стилендәге өйҙәрҙә йәшәп, хозур тәбиғәт ҡосағына экскурсияға бара, ҡышҡы уйындарҙа күңел аса ала. Эске туризмда яңы офоҡтар асыусы Бәхтейәровтарҙың ял базаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Ҡала шау-шыуынан арынып, тәбиғәттән көс- дәрт алып ҡайтыр урын... Ғафури районының был әкиәти мөйөшөн Бәхтейәровтар үҙҙәре турист булып Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшкән саҡтан үҙ иткән. Ерҙе ҡуртымға алып, юл һалдырып, электр үткәреү менән «A-frame» стилендә йорттар төҙөгәндәр.

Берҙән, А хәрефенә оҡшаған торлаҡтар туристарҙы йәлеп итһә, икенсенән, был ерҙә нигеҙле бина төҙөргә ярамай. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе һәм һыу һаҡлау биләмәһе сикләүе бар. Йүнсел эшҡыуар өсөн кәртәләр юҡ. Ял базаһы киләсәктә тағы ла ҙураясаҡ.

Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән афреймды төҙөү ғәҙәти йорттан ҡиммәтерәккә төшә икән. Йыл әйләнәһенә йәшәр өсөн глэмпинг яҡшы йылытылған, уңайлыҡтар эсендә. Афреймдар алты кешелек, аш-һыу әҙерләү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары бар. Йыһаздарҙың күбеһен эшҡыуар үҙе етештерә. Тәбиғи, экологик материалдарҙан ғына яһалған һәм өсмөйөш формалағы йорт ниндәйҙер мөғжизә тойғоһо тыуҙыра.

Тау саңғыһында шыуыу өсөн трассалар, йылға боҙонда һырғалаҡ төҙөлә. Тау битләүендә рәхәтләнеп тюбингта шыуырға мөмкин. Әйткәндәй, тюбинг менән ҡулланыу турбазала йәшәү хаҡына инә.

Һарыташҡа килеүселәр өсөн Киндерле мәмерйәһенә экскурсия үҙе бер үҙенсәлек. Йәй йылға яры буйлап дүрт саҡрым тирәһе йәйәү атларға, ә ҡыш боҙ өҫтөнән турбазанан ҡаргиҙәрҙә, йә ат егеп

Урман эсендә мәмерйәгә менеү өсөн һуҡмаҡ һалынған, йүнәлеште күрһәткән билдәләр бар. Тәбиғәт ҡомартҡыһына аҙашмай ғына барырға була.

Киндерле мәмерйәһе бейектә, ҡаяла, тау ҡуйынында. 100 метр тирәһе арауыҡты текә ерҙән үтергә. Тотоноп менеү өсөн бау эленгән.

Уралдың иң тәрән һәм иң оҙон мәмерйәһенә туристар төрлө төбәктәрҙән килә. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа асылған залдары менән ул 16 саҡырымға еткән. Тау ҡыуышлығына ингән ерҙә боҙ ҡатламы һәм сталагмиттар хасил булған. Төпкә үтеү өсөн махсус әҙерлек кәрәк.

Легендарная пещера в Башкирии. Одна из самых больших. Мы были здесь 6 часов. Из классического зала до погребов дошли. Крайне красивая гитара лежит, всем советуем. И конечно, зал атлантов...

Дмитрий Кузьминых, Турист, Екатеринбург

Был яҡтарға республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм хатта, сит илдәрҙән дә киләләр. Сит ил сиктәре ябылыу менән эске туризмды үҫтереү ихтыяжы артты. Быйыл республикала ҡырҡтан ашыу глэмпинг асылды. Башҡортостан тәбиғәте һәр миҙгелдә лә матур. Үҙ ерендә хужа булып ватандаштарына ял итеү өсөн шарттар тыуҙырған эшҡыуар ғаилә Һарыташ ял базаһында ял итеүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итә һәм көтөп ҡала.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ