Уны быйыл да иң бейек яһалма шыршы биҙәй, оҙонлоғо 32 метр. Байрамда Яңы йыл хужаһы - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашты. Кескәйҙәр менән бергәләп улар шыршы утын ҡабыҙҙы.
«Торатау» Конгресс холлы янындағы майҙанда байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Боҙ һындарҙың тематикаһы төрлө - сәкән һуҡҡан ҡар бабайҙы ла, бесәй-Леопольдты ла, ҡуян-айыу образдарын да күрергә мөмкин. Ҡаласыҡты асыу тантанаһында балалар өсөн йәш тамашасы театры артистары сығыш яһаны. Яңы йыл персонаждандары - Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡатнашлығында тамаша ҡуйылды
Һигеҙ меңдән ашыу пикселдән торған шыршыны ҡабыҙғандан һуң балалар әкиәт геройҙары менән бергә әйлән-бәйлән уйнаны, тау шыуып кинәнде. Өлкәндәр ҙә үҙҙәрен бала саҡ иленә ҡайтҡандай хис итте.
Баш ҡала үҙәге , ысын мәғәнәһендә, «тылсым донъяһы»на сорналған. Быйыл биләмәлә ғәҙәттәгесә ,лабиринт та ҡоролған. Төрлө фотозонлар эшләй.
Гөлназ Хәйбуллина






