Баймаҡ ҡалаһы боҙ майҙансығында хоккей ярышы үтте

Беренселек өсөн Баймаҡ һәм Әбйәлил районы ауылдары үҫмерҙәре көс һынашты. Көндөң һыуыҡ тороуы ла хоккей яратыусылар өсөн кәртә булып торманы. Барлыҡ спортсылар ҙа еңеүгә өлгәшеү өсөн тырышып уйнаны. Әбйәлил районы Асҡар ауылы егеттәре ярышҡа ныҡлы әҙерлек менән килгән. «Спорт мәктәбендә 3 составта барлығы 1718 бала шөғөлләнһә, шуларһың 500- гә яҡыны хоккейсылар» ,- ти тренер Динир Мырҙабаев.

Хоккей - уяулыҡ, көс, етеҙлек талап иткән спорт төрө. Ул -сәләмәт тормош алып барған,спортҡа битараф булмаған дарҙы үҙенә туплай.Хоккейҙы яратмаған, үҙенең командаһы өсөн янып - көймәгән кеше һирәктер.

Көсөргәнешле ярыштан һуң, Әбйәлил районы Асҡар ауылы командаһы лайыҡлы беренсе урынға сыҡһа, икенсе урынға -Түбә ауылы,өсөнсөгә - Баймаҡ ҡалаһы командалары лайыҡ булды.Дүртенсе урында - Ниғәмәт ауылы үҫмерҙәре. Командалар кубок һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Һуңғы йылдарҙа республикала хоккейҙы үҫтереүгә иғтибар арта. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында боҙ һарайы төҙөлөшө старт алды. Спорт объекты -үҙ сиратында был спорт төрөнөң тағы ла үҫеүенә,йәш быуын хоккейсылары тәрбиәләүгә мөмкинлек бирәсәк.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ