Республикала дүртенсе боҙ күпере асылды

Краснокама районында машиналар Кама боҙонан  үтә ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл ике тоннаға тиклем ауырлыҡҡа иҫәпләнгән. -Боҙҙан үткәндә үтә иғтибарлы булырға кәрәк,  - тип иҫкәртәләр ведомствонан. Башҡортостанда шулай уҡ Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы,  Бөрө ҡалаһы һәм  Краснокама районы  Иҫке  Йәнйегет  ауылы янында Ағиҙел аша ҡышҡы күперҙәр асылды.

Фото №1 - Республикала  дүртенсе боҙ күпере асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ