Мәғариф һәм фән министрлығы күстәнәстәрҙе район хакимиәттәренә ебәргән. Байрам саралары бөгөн ойошторола. “Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең балалары өсөн уйындар, квестар, конкурстар әҙерләнгән. Унда Башҡортостан Башлығының Яңы йыл бүләге лә тапшырыла, - тип белдерҙе ведомство етәксеһе Айбулат Хажин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына мәғариф йүнәлеше буйынса ун төрлө ярҙам сараһы ҡаралған.







