Уларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Һеҙҙең хеҙмәт оло хөрмәткә һәм ҙур баһаға лайыҡ”, тине ул сығышында.
“Һөнәрем менән ғорурланам. Беҙҙең эш – кешеләрҙе ҡотҡарыу”, ти Белорет районы Абҙаҡ янғын һүндереү бүлеге командиры Фаил Ишмырҙин. Ул Республика башлығының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.







