Степан Беловҡа почетлы награданы уҙған аҙнала Рәсәй Президенты тапшырҙы. Тағы ла бер нисә көндән яҡташыбыҙ тыуған Октябрьский ҡалаһына туғандарын күрергә, уҡыған мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға ҡайтты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Быға тиклем уның дәүләт башлығын экрандарҙа ғына күргәне булған. Һуңғараҡ Степан Белов бүләкләү тантанаһына тиклем ныҡ тулҡынланыуы тураһында әйтәсәк. Офицер Кремлдең тантаналы залында илдең главнокомандующийы ҡулынан Рәсәй Геройы Йондоҙон алырға сыҡҡас ҡына күңелендә тыныслыҡ һиҙә.
Степан Белов махсус хәрби операцияла уның тәүге көндәренән ҡатнаша. Февраль айынан йәш танкист менән уның ҡарамағында хеҙмәт итеүселәр иҫәбендә шартлатылған 20 танк, юҡ ителгән бронемашиналар һәм дошман көстәре. Алыштарҙың береһендә Белов биләмәгә тәүге булып инеп, дошманды сигендереү һәм Рәсәй ғәскәрҙәренә биләмәне юғалтыуһыҙ яулап алыу өсөн шарттар тыуҙыра. Күрһәткән батырлығы өсөн өлкән лейтенант Белов Суворов миҙалы һәм Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеп өлгөргән була.
Геройҙы Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбендә тап ошондай һүҙҙәр менән ҡаршы алдылар. Кремлдә юғары награданы алып күп тә үтмәй, Степан Белов тыуған ҡалаһына туғандары, яҡындары һәм уҡытыусыларын күрергә ҡайтты. Ни тиһәң дә, егеттең хәрби хеҙмәткә бәйле киләсәген тап мәктәп йылдарында төҫмөрләнә. Был йәһәтән егет айырыуса хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ирина Гебельға рәхмәтле.
Үҙең ең йә йәнеңде бир! Хәрби хеҙмәтендә йәш офицер Ҡазан танк училищеһының ошо девизына таяна. Егеттең ҡыйыу рухы шайморатовсылар менән әңгәмә ваҡытында ла һиҙелә. Уҡыусыларға ул Рәсәй һалдаттарының һынмаҫ ихтыяры тураһында бәйән итә.
Яуҙа Степан Белов үҙ-үҙен аямаған ысын Геройҙарса, хәрби хеҙмәтен намыҫ менән үтәргә әҙерлеген күп тапҡырҙар иҫбатлаған. Офицерҙың әсәһе әйтеүенсә, улы бер нисә тапҡыр яраланған. Әммә дауаланып бөтөү менән ул һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа ашҡынған.
Тиҙҙән Степан Белов йәнә махсус хәрби операцияы зонаһына яуҙаштары янына юллана. Киләсәктә Рәсәй Геройы хәрби карьераһын дауам итергә, академияға уҡырға инергә һәм генерал дәрәжәһенә тиклем үҫергә ниәтләй.
Гөлдәриә Йосопова




