Республика онкология диспансерында яңы радиотерапия комплексы эшләй башланы

Башҡортостанда яман шеште дауалау алымдары заман талаптары буйынса камиллаштырыла. Республика онкология диспансерында «Сәләмәтлек» милли проекты нигеҙендә һатып алынған яңы радиотерапия комплексы эшләй башланы. Өлөшсәләрҙе тиҙләткес тип аталған ҡоролма пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартырға, тимәк сменаһына ҡабул ителгән пациенттар һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Онкология ауырыуҙары радиотерапия ысулы менән дауалау, һуңғы йылдарҙа киңерәк ҡулланыла. Өлөшсәләрҙе тиҙләткес кеүек, заманса ҡоролмалар зарарлы нурланыш алыуҙан һаҡлай.

Табиптар фекеренсә, радиотерапияның, химиятерапия менән сағыштырғанда кеше организмына кире йоғонтоһо ла аҙыраҡ. Был ысулдарҙы комплекста ҡулланғанда яман шеште дауалау буйынса һөҙөмтәле алым үҙләштерергә мөмкин. Яңы ҡоролманы сафҡа индереү сараһында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты. Уның фекеренсә, һуңғы өс йыл эсендә республиканың онкология хеҙмәтендә шаҡтай алға китеш күҙәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ