Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында Ҡыш бабай резиденцияһын асыу тантанаһы үтте

Башҡорт Ҡыш бабайы балаларҙы ихлас ҡабул итә, һәр кемдең ижади һәләттәре менән ҡыҙыҡһына. Кескәйҙәр кемуҙарҙан Яңы йыл тылсымсыһы менән осрашырға ашыҡты. Шиғыр-йыр бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө, теләктәре яҙылған хаттарҙы тапшырҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө. Ҡыш хужаһы тағы ла өс аҙна Өфөлә буласаҡ. Резиденция иртәнге сәғәт ун икенән киске туғыҙға тиклем эшләй. 31-нән 1-се ғинуарға ҡарата төндә эш ваҡыты тағы ла биш сәғәткә оҙайтыла.

Көн һайын Ҡыш бабай резиденцияһында сувенирҙар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә, асыҡ һауала уйындар ойошторола. Бөгөн программа буйынса Ҡышҡы һабантуй уҙғарыу планлаштырылған. Яңы йыл тылсымсыһына ҡунаҡҡа килеүселәр Төньяҡ боландарын да күрә ала. Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы ярында ҡалалғы иң ҙур һырғалаҡ урынлашҡан, уның оҙонлоғо 800 метр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ