Башҡорт композиторҙары көйҙәре балалар башҡарыуында. Иглин районы Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге музыкаль мәктәп тәрбиәләнеүселәре урында йәшәүселәр өсөн тамаша әҙерләне. Сараға билетты Пушкин картаһы буйынса һатып алырға мөмкин ине. Тере музыка яратыусылар иғтибарына башҡорт композиторҙары, халыҡ көйҙәре яңғыраны. Йәш музыканттар ҡурай, ҡумыҙ, думбырала уйнап күрһәтте.
Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбендә фортепиано, хореография һәм башҡа бүлектәрҙә 230 бала белем ала. Үҫмерҙәр халыҡ һәм академик музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Быйыл «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә белем усағы яңы музыка инструменттары, уҡыу кәрәк-яраҡтары, әсбәптар менән тәьмин ителгән.



