“Яңы йыл байрамы балаларға шатлыҡ өләшергә тейеш”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул хакимиәттәрҙә саралар ойошторорға ҡушты. “Балалар байрам рухын тойорға тейеш”, - тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров быйыл һуңғы тапҡыр үткәрелгән оператив кәңәшмәлә командаһына рәхмәт белдерҙе. “Йыл ябай булманы. Әммә беҙ уны лайыҡлы үттек, юғалып ҡалманыҡ. Һәр кем башҡарған эше, үтәгән бурыстары өсөн ғорурлана ала. Яңы йылды киләсәккә, шулай уҡ еңеүгә өмөт һәм ышаныс менән ҡаршыларға кәрәк”, - тине Башҡортостан етәксеһе.







