Йыл башынан баҡса йорттарында 400-гә яҡын ут сыҡҡан, 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. “Унда кешеләр йышыраҡ электр йылытҡыстар ҡуллана. Был хәүеф тыуҙыра”, - ти Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Искәндәр Нәсибуллин.
Белгестәр янғын иҫкәртеү ҡоролмаһының батарейкаһын даими тикшереп торорға кәңәш итә.







