Бәләкәй эшҡыуарҙар Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән 198 контракт төҙөгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 50 процентҡа күберәк. Контракттар хаҡы 70 миллион долларҙан ашыу. Башҡортостан тауарҙары башлыса Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Америка ҡушма штаттары, Германия һәм Швейцарияға оҙатыла, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр минисрлығынан.







