Бөгөн Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы был турала социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡан. Уның билдәләүенсә, ҡотҡарыусылар - уларға һәр ваҡыт иҫәп тоторға мөмкин ҡаһарман, көслө рухлы, ышаныслы кешеләр. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүгеләрҙән ярҙамға килә, тәбиғәт ғәрәсәте һәм техноген авариялар эҙемтәләренә ҡаршы көрәшә. Республика башлығы ҡотҡарыусыларға героик хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, тармаҡҡа һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдергән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ