Өфөлә яңы органдың пландары тикшерелде

Билдәле булыуынса, 1 ғинуарға тиклем Рәсәйҙә субъекттарҙың Конституция судтары бөтөрөлә. Ноябрҙә ҡабул ителгән законға ярашлы, Башҡортостандың Конституция советы булдырылды. Состав ағзалары Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты. Яңы орган етәксеһе итеп Хәйҙәр Вәлиев тәғәйенләнгән, уның урынбаҫары - Владимир Крылов.

Конституция советы эше киләһе йылдың 1 ғинуарынан башлана. Осрашыуҙа Конституция советы алдында торған бурыстар һәм уның эшен башлауға бәйле айырым ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Конституция советының мөһим бурыстары араһында - республика халҡының хоҡуҡи аң кимәлен күтәреү.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ