Мәләүез йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү проекты иң яҡшыһы булып танылды

Мәләүез йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү проекты «Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы»нда еңеү яуланы.

Етенсе тапҡыр уҙғарылған сараға Рәсәй төбәктәренән 194 заявка ҡабул ителгән. Комиссия Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты әҙерләгән «Мәләүездең сәскәле яры» проектын иң яҡшыһы тип таныған. Йылға буйын төҙөкләндереү өсөн Мәләүез ҡалаһы 100 миллион һум аҡса аласаҡ.

Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығынан билдәләүҙәренсә, алты йыл эсендә Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсына Башҡортостандан 51 заявка бирелгән. Уларҙың 26-һы еңеүсе исеменә лайыҡ булған. 2019 йылдан алып йәмәғәт урындарын үҫтереү буйынса республикаға 2 миллирд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Конкурстың икенсе этабы һөҙөмтәһендә Мәләүез ҡалаһының яр буйын төҙөкләндереү буйынса проект еңеп сыҡты. Был икенсе еңеү. Яңыртылған яр буйы һәм ҡала майҙаны йәйгеһен асылғайны. Киләһе йыл Мәләүез йылғаһы буйын төҙөкләндереү дауам итәсәк, шулай уҡ яңы йәмәғәт урындары булдырыласаҡ.

Алмаз Фәтҡуллин, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ