Боҙ ҡаласығы Александр Пушкиндың «Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән» шиғыры мотивтары буйынса эшләнгән. Майҙанда әкиәт геройҙарының боҙ һындары, һырғалаҡтар һәм шыршы ҡуйылған. Яңы йыл байрамдарын һәм балаларҙың ҡышҡы каникулын күңелле үткәреү өсөн 2 ғинуарҙан алып бай йөкмәткеле ял программалары ла әҙерләнгән. Саралар Спорт һарайында көндөҙгө сәғәт 12-лә, «Ҡашҡаҙан» паркында 3-тә башлана.






