Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтары һәм артистары өфөләргә Дева Мария образына ҡағылышлы музыкаль сәйәхәт ойошторҙо. Тамашасыларға Эскобар, Аркадельт, Каччини, Моцарт, Шуберт һәм башҡа бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәре тәҡдим ителде. Концертта музыкаль-әҙәби лекторий солистары, камералы оркестр, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы сығыш яһаны. Күләмле сарала орган, ҡурай моңдары ла яңғыраны.



