Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың рәсми сайтында Башҡортостандың закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар йыйынтығының 27-cе томы баҫтырылды. Электрон китапты әҙерләгән ваҡытта белгестәр тарафынан 1951-1955 йылдарға ҡараған 27 меңдән ашыу документ тикшерелгән, уларҙың 144-е китапҡа индерелгән. Беҙҙең ижади төркөм Милли архив фондында һаҡланған материалдар эстәлеге менән яҡындан танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Милли архивта БАССР-ҙың Юғары советы президиумы документтары һаҡлана, улар араһында бик ҡыҙыҡлы докмуенттар бар.
Указдар, ҡарарҙар, ултырыш протоколдары, доклад текстары, белешмә һәм хаттар. Башҡортостандың Милли архивындағы һаҡлағыста уҙған быуатта республиканың үҫешенә бәйле «айырыуса ҡиммәтле» документтар менән танышырға мөмкин. Ваҡытында БАССР-ҙа өлкәләргә бүленеш төшөнсәһе индерелгән булған. Бындай идара итеү тәжрибәһе ни бары ун бер ай дауам иткән.
Милли архив фондында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы меңдәрсә документ һаҡланған. Уларға таянып, айырым район-ҡалалар, тотош республика үҫешен төҫмөрләргә мөмкин. Илленсе йылдарҙы ғына алайыҡ, сәнәғәт, нефть табыу һәм эшкәртеү үҫешен тиҙләтеү, капиталь төҙөлөш күләмен арттырыу планлаштырылған. Сәсеү майҙандарын киңәйтеү, малсылыҡ, баҡсасылыҡты үҫтереү буйынса мөһим саралар күрелгән.
Һуғыштан һуңғы осорҙа халыҡ хужалығының уңышлы үҫеше ауылдарға ла ете йыллыҡ дөйөм уҡытыуҙы индереү мөмкинлеге биргән. Мәғарифҡа йүнәлтелгән аҡса күләме арттырыла, был мәктәп, балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыу мөмкинлеге бирә.
Ошо уҡ осорҙа авариялар артыуға бәйле юл-транспорт ваҡиғалары менән көрәш буйынса саралар планы әҙерләнгән. Республика биләмәһе буйлап транспортта хәрәкәт итеү буйынса ҡағиҙәләр раҫланған.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай белгестәре Милли архивтағы документтарҙы йыйынтыҡ итеп әҙерләгән. Уҙған быуат уртаһында ҡабул ителгән закондар һәм норматив-хоҡуҡи акттар менән дәүләт власының юғары органы рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Документтар БАССР-ҙың халыҡ хужалығын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса партия органдары эшмәкәрлеген дә сағылдыра. Ауыл советтарын берләштереү йомғаҡтары, ҡалаларҙың сиктәрен киңәйтеү, газ үткәреү тураһында ҡарарҙар менән дә танышырға мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина




