Хәүефле шарттарҙа кешеләрҙең ғүмерен ҡоҡарыу өсөн күп көс һалған белгестәр һөнәри байрамында төрлө наградалар менән бүләкләнде. Янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, водолаздар, кинологтар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә дипломдар, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тәжрибәле ҡотҡарыусылар менән берлектә ярҙамға ташланып ҡаһарманлыҡ күрһәткән граждандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бәләбәйҙә йәшәүсе Николай Егоров ике тапҡыр сит кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған. Һуңғы тапҡыр ул түбәнән ҡар ишелеп төшөп йәрәхәтләнгән кешене ҡар аҫтынан тартып сығарған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килеүсе хеҙмәткәрҙәр көсө менән быйыл 5645 кеше ғүмере ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар һөнәри байрам уңайынан төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бынан тыш сарала кешеләрҙе янғындан, һыуҙа батыуҙан ҡотҡарыусы балалар ҙа булды. Улар бәләкәй йәшенә ҡарамайынса ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп ярҙамға мохтаж кешенең ғүмерен ҡотҡарған.






