Быйыл республика ауылдарында 8 капиталь һәм 55 модулле фельдшер-аккушер пункты файҙаланыуға тапшырылды. Яңы биналар “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлдө. Һәр ФАП кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, халыҡты ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлауға айырым бүлмәләр ҡаралған. -Республиканың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт иткән фельдшерҙарға оло рәхмәт белдерәм. Улар тейешле шарттарҙа эшләргә хоҡуҡлы. Ауылдарҙа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу эшен дауам итәбеҙ,- тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.




