Белгестәр әйтеүенсә, халыҡ яһалма яңы йыл ағастарына өҫтөнлөк бирә, шуға шыршы киҫеү күләме кәмей. Рөхсәтһеҙ шыршы киҫергә теләүселәр ҙә бар. Белорет районындағы “Көньяҡ Урал ҡурсаулығы” хеҙмәткәрҙәре ағас ҡырҡырға ниәте булғандарға иҫкәртеү яһай. Ҡурсаулыҡтың матбуғат секретары Азамат Байрамғәлин һөйләй.
Республикала “Шыршы” операцияһы иғлан ителде. Ул рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙы сикләү маҡсатында ойошторола.







