Сәйәхәтселәрҙе Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡаршылай. Викторина, кроссворд һәм квест-уйында ҡатнашырға, яңы йыл уйынсыҡтары эшләп ҡарарға була. Музейҙа режиссер Айнур Асҡаров фильмдары күрһәтелә. 4 ғинуарҙа саф һауала спорт марафоны була. Унда уҡ атырға, әйлән-бәйлән бейергә мөмкин. Байрамдың төп шарты – быймала булыу. Иң матур биҙәлгән быйма хужаһына бүләк тапшырыла.




