Ул биш ярҙам сараһын түләүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Яңы универсаль пособие балалары булған ғаиләләргә ҡатындың йөклөлөгөнән алып балаға 17 йәш тулғансы түләүҙәрҙе берләштерә. Балалары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ата-әсәләр пособиены элекке ҡағиҙәләр буйынса алыу хоҡуғына эйә йәки универсаль пособиеға күсә ала, ти Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Зөлфиә Камалова.




