Бюджет аҡсаһының ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә

Ҡабул ителгән республика бюджеты сығымдарының   өстән ике өлөшө социаль йүнәлешле була, улар тулы күләмдә финанслана. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, район-ҡалаларҙың инфраструктура үҫешенә бәйле статьяларҙы финанслау арта. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләре иғтибар үҙәгендә, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рида Субханғолова.

Бюджет аҡсаһының ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә

Быйыл ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә 8 миллиард һум ҡаралған, бында күп төрлө субсидиялар инә. Шулай уҡ Башҡортостан сәнәғәтте үҫтереү фондына өҫтәмә аҡса бүленә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 16 миллиард һум йүнәлтелә. Подъездарҙы ремонтлау, “Башҡорт ихаталары”  программаларын тормошҡа ашырыуҙы финанслау күләме лә арттырыла.

Фото №1 - Бюджет аҡсаһының ҙур өлөшө социаль  өлкәгә  йүнәлтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ