«Ижади теләктәр шыршыһы» акцияһының сираттағы хыялы бойомға ашты

Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы кинематографияның кадр артындағы тормошо менән танышырға теләк белдергән. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында бөгөн махсус экскурсия ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Йомортҡа биреп, киноға барыуҙы заман балалары күҙ алдына ла килтермәй. Ә фильмдарҙың таҫмаға төшөрөлөүен, унда ниндәйҙер картина булыуын әйтеп тораһы түгел. Шуға ла икенсе класс уҡыусылары Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһына экскурссияны бик теләп ҡабул итә. Документалист, кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың һөйләгәндәрен балалар йотлоғоп тыңланы. Һорауҙар бирҙе.

Был мөмкинлек Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Фаягөл Йосопова тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт кинематографияһы, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынһа ла ҡыҙ киләсәктә теш табибы булырға хыяллана.

Уҡыусылар башҡорт киноһының нисек тыуыуын, уны эшләү процессы менән дә яҡындан танышты. Йәнһүрәттәр ижад ителгән кабинетта өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙарға ҡарап, буласаҡ картинаны күҙ алдына килтерҙе. Беренселәрҙән булып экранға сығасаҡ йомаҡтар әкиәтен ҡараны.

Ә инде сәфәр һуңында уҡыусыларға Мостай Кәрим повесына нигеҙләнеп, режиссер Айнур Асҡаров тарафынан төшөрөлгән «Өс таған» фильмы күрһәтелде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ