Республикала игенгә ҡытлыҡ юҡ

Башҡортостанда иген интервенцияһы ваҡытында 127 мең тонна ашлыҡ үҙләштерелгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иген Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Илеш, Ергән элеваторҙары һәм Әбйәлил районында һаҡлана. Интервенция барышында 1 миллион 800 мең һумға ашлыҡ һатылған. Республикала федераль иген интервенция фонды запасы 255 мең тоннаға иҫәпләнгән.

Фото №1 - Республикала игенгә  ҡытлыҡ  юҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ