Вице-премьер–Сәнәғәт, энергетика, инновациялар министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, тармаҡта етештереү арта бара. Импортҡа алмаш шарттарында үҙебеҙҙә күберәк тауар сығарыла. Дарыу етештереү һәм мебель эшләү өлкәләрендә етди үҫеш күҙәтелә. Ойошмалар Көнбайыш Европанан экспортты Көньяҡ-Көнсығыш Азияға йүнәлтә алған. Тауарҙы ситкә һатыуҙа компанияларға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә.




