Республикала Кальята етештерелә башланы

Импортты алмаштырыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ һөт комбинаты сәнәғәт сыры производствоһын яйға һалды. Ярымфабрикат моцарелла, чечил, сулугуни кеүек иретелгән сырҙар бешергәндә ҡулланыла. Бынан тыш, предприятиела ПЭТ-һауыттарға һөт ҡойоу буйынса яңы линияны рәсми асыу тантанаһы үтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Импортты алмаштырыуҙа һөҙөмтәле инвестиция. Стәрлетамаҡ ҡалаһында етештерелә башлаған сәнәғәт сыры сифаты буйынса Европа илдәренекенән бер ҙә ҡалышмай. Эремсеккә оҡшаған Кальята продукцияһына ил кимәлендә ихтыяж юғары. Тәүге контракттар ҙа төҙөлгән.

Стәрлетамаҡтағы предприятиела кальятанан тыш, башҡа төр һөт ризыҡтары ла етештерелә. Уларҙы төрөү буйынса заманса технологиялар үҙләштерелә. Яңыраҡ пластик шешәләрҙе өрҙөрөү буйынса ҡорамалдар сафҡа индерелгән. Сәғәтенә алты мең берәмек һауыт етештерелеп, икенсе участкаға ебәрелә. Бында продукцияның сауҙа йөҙө билдәләнә.

Комбинатта асылған яңы производство тулыһынса автоматлаштырылған. ПЭТ-һауыттарҙы йыуыу, һөт продукцияһы менән тултырыу, этикетка ҡуйыу линияһы эшләй. Хеҙмәткәрҙәр күҙәтеү алып, эш процессы сифатын тикшерә.

Предприятиела асылған яңы производство линиялары менән Башҡортостандың төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре танышты.

Хөкүмәт премьер-министры-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етештереү ҡеүәттәрен арттырыу мөһимлеген билдәләне.

Бөгөнгә комбинат техник мөмкинлектәрҙе илле процентҡа ғына файҙалана. Шул уҡ ваҡытта беҙ күрәбеҙ, республикала индустриаль һөт фермалары төҙөлөшө арта. 2024 йылға уларҙы 21-гә еткереү планлаштырылған. Йәғни, яҡшы кимәлдәге һөт күләме лә күбәйә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры

Республика етәкселеге тарафынан аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәтте үҫтереү бурысы ҡуйылған. Сеймал етештереүҙән алып әҙер продукция сығарыуға тиклем тулы циклдағы производство булырға тейеш. Был йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып барыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ