Был турала Бөтә Рәсәй автостраховкалаусылар берлегенән хәбәр итәләр. Әлегә тиклем ил буйынса проект һынау үтте. Хәҙер базаларҙа тупланған мәғлүмәттәрҙе уртаҡ системаға һалыу эше алып барыла. Киләһе йылда иһә полистары булмаған машинаға юл камералары ярҙамында штраф һала башлау мөмкинлеге ҡарала.







