Өфө районының «Спутник» белем биреү үҙәгендә «Беренселәр хәрәкәте» бүлексәһе асылды

Өфө районы Чесноковка ҡасабаһының «Спутник» белем биреү үҙәгендә республикала беренселәрҙән булып «Беренселәр хәрәкәте» бүлексәһе асылды.

Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенә «Спутник» мәктәбендә 15 уҡыусы ҡушылды. Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк ойошмаһы етәксеһе Мәскәүҙә үткән 1-се съезд хаҡында тәъҫораттары менән уртаҡлашты, төрлө һөнәрҙәр үҙләштереүҙә, ирекмәндәр хәрәкәтендә,белем алыуҙа яңы идеялар, йәштәр хаҡында һөйләне.

«Спутник» белем биреү үҙәгендә балалар һәм йәштәрҙең лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү, идеяларын тормошҡа ашырыу буйынса бөтә шарттар ҙа булдырылған. Чесноковка үҫмерҙәре әле саҡ башланып торған «Рәсәй балалар Ҡыш бабайы» проектында ла әүҙем ҡатнашыр тип күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ