Хәйриә сараһы Йәмәғәт палатаһы һәм бағыусылар көсө менән уҙғарылды. Унда баш ҡала мәктәптәренән 2-4-cе синыфтарҙа белем алған 550 уҡыусы ҡатнашты. Мәҙәни программаға ярашлы, «Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы» тип исемләнгән музыкаль интерактив спектакль сәхнәләштерелде. Малай-ҡыҙҙар фойелағы шыршы тирәләй күңел асты, фото төштө. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.






