Өфөлә граждандар оборонаһы һәм медициналар катастрофаһының «Ҡаһарманлыҡ хроникаһы» музейы асылды

Өфөлә Республика ДОССАФ йәмғиәте ойошмаһы бинаһында граждандар оборонаһы һәм медициналар катастрофаһының «Ҡаһарманлыҡ хроникаһы» музейы асылды.

Музейҙа 90 йыллыҡ тарихы булған ҡотҡарыу хеҙмәтенең үткәне, бөгөнгө ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Интерактив музейҙа 300-ҙән ашыу экспонат тупланған. Экспонаттарҙы 2 йыл дауамында Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралыҡ , Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө күп профилле колледжы ярҙамы менән СОБР отрядының әүҙем йәштәре йыйған..

Интерактив музей «Компетенциялар оҫтаханаһы», «Һинең хәүефһеҙлек урыны» проекттары сиктәрендә эшләй. Башҡортостан Башлығы грантына гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә музейҙа экскурсиялар ойоштороу, беренсе ярҙам күрһәтеү, көндәлек тормошта, тәбиғәттә, ҡалала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү ҡаралған. Музейҙы асыу тантанаһында хәүефһеҙлек мәктәбенең иң әүҙем йәштәренә «Хәүефһеҙлек мәктәбе лидеры», « Изге ихтыяр өсөн»,» Хәүефһеҙлек мәҙәниәтен пропагандалаған өсөн» билдәләре тапшырылды.

Миңә бөгөн хәүефһеҙлек мәктәбенең лидер билдәһе тапшырылды. Был отрядҡа кешеләргә ярҙам итер, бәлә-ҡазанан аралар өсөн килдем. Беренсе ярҙам күрһәтеүгә, һыуҙағы хәүефһеҙлеккә һәм һаҡланыу ысулдарына беҙ өлкән быуын вәкилдәрен дә, йәштәрҙе лә өйрәтәбеҙ.

Данил Бикбаев, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы студенты, СОБР-ҙың «Хәүефһеҙлек мәктәбе» мобиль отряды ирекмәне
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ