Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, уҡыу алдынғылары һәм мәктәп тормошонда әүҙемлек күрһәткән уҡыусылар өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо. Ҡыш бабай уларға тәмле күстәнәстәр таратты.
Район башлығы шыршыһына эләгеү - һәр уҡыусының теләге. Йыл да күркәм итеп уҙғарылған был байрамға ҡала һәм район мәктәптәренән 70 тән ашыу уҡыусы йыйылды. Шыршы байрамына килгән тырыш,алдынғы ҡарашлы һәм маҡсатлы ҡыҙҙар һәм малайҙар тик бишле билдәләренә генә өлгәшә.
Быйылғы шыршы байрамына әлеге мәлдә хәрби операцияла ҡатнашыусы ир егеттәрҙең балалары ла саҡырылды.Улар Халыҡ ижады үҙәге артистары тарафынан әҙерләнгән әкиәткә тамаша ҡылды. Шулай уҡ, район хакимиәте 92 балаға Яңы йыл күстәнәсе лә тапшырҙы.
Темәс ауылынан Розалия Ибраһимованы менән Баймаҡ ҡалаһынан Айгүзәл Ҡарасуринаны иһә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәбрикләне. Ҡыҙҙар Әсәләр көнө уңайынан Ирҙәр ҡоро советы иғлан иткән «Әсәйемә йыр бүләк итәм» видео ҡотлауҙа ҡатнашып,еңеүсе була.
Иртәлек малай-ҡыҙҙарға яҡшы тәьҫорат бүләк итте.Улар бергәләп күңел асып ҡына ҡалманы,үҙ-ара аралашты. Яңы йыл -ул тылсымлы бер мәл. Бар балаларҙың изге теләктәре тормошҡа ашһын.
Альбина Байегетова






