Ейәнсура районында ауыл хужалығы тармағын киңәйтеү маҡсатында иҫке ферма төҙөкләндерелеп малдар менән тулыландырылды. Иҙәш ауылындағы «Салауат» хужалығы етәкселеге ҡалмыҡ тоҡомло 80 тана һатып алған.
Аграрийҙар әйтеүенсә, артабан был тоҡомға ҡараған үгеҙҙәрҙе лә һатып алып ит йүнәлешендә тотоноу күҙаллана. Һынап ҡарау өсөн алынған малдарға әле бесән, һалам ашатыла, артабан рационға фураж өҫтәү ҙә ҡаралған. Тәжрибә уңышлы килеп сыҡҡан осраҡта ҡалмыҡ тоҡомло һыйырҙарҙы 300 башҡа тиклем еткереү күҙаллана.



