Ғалимдар Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау өсөн ғилми эштәр менән шөғөлләнә

Башҡорт дәүләт аграр универститы ғалимдары Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау өсөн ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Бының өсөн Генетика һәм эмбриология өлкәһендә прогрессив технологиялар үҙәге заманса технологиялар менән тәьмин ителгән.

Бөгөн «нәҙек билдәр» тоҡомо «Башҡорт Уралы» биосфера ҡурсаулығында ғына һаҡланып ҡалған. Был ҡорттары тәү сиратта йүкә балынан һеркә йыя. Һөҙөмтәлә башҡорт балының юғары сифатлы булыуы тәьмин ителә. Бөрйән бал ҡорто элек-электән генетик изоляцияла тора, шуға күрә көньяҡ Уралдың ғына йәшәү шарттарына яраҡлаштырылған. Ғалимдарҙың төп бурыстарының береһе - бал ҡорттарының популяция-генетик төрҙәрен һаҡлап ҡалыу ысулдарын индереү.

Үҫемлектәрҙең микроклональ технологиялары һәм меристемалы үрсеү лабораторияһы ғалимдары алдында ла селекция эшен киңәйтеү, импортты алмаштырыу буйнса етди бурыстар ҡуйылған. Был йәһәттән быйыл белгестәр Иглин -2 һуғанына, Шихан кукурузы гибридына патент алған. Һуңғы культура ауыл хужалыҡтарына малсылыҡ өлкәһендә юғары ҡаҙаныш алырға мөмкинлек бирһә, һуғандың яңы төрө үҙенең тәме яғынан айырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ