MediaHills мәғлүмәттәренең 2022 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡараусылар һаны буйынса беренсе урында. Республиканың төп телеканалы яратҡан тамашасыһына Яңы йылда ла тоғро ҡала. Тәүге көндән үк өр-яңы проекттар, спектакль премьералары эфирға сыға. «Яңылыҡтар» сығарылышы үҙ ваҡытында күрһәтелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Меңдәрҙең һөйөүен яулаған сәхнә әҫәре, айырым фильм булараҡ зәңгәр экранға сыға. «Әбейҙәр сыуағы» исемле картина Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй» пьесаһы нигеҙендә ижад ителгән. Фильмға йәлеп ителгән театр һәм кино сәнғәте ветерандары ошо уҡ ролдәрҙе бынан ике тиҫтә йыл элек сәхнәлә уйнаған.
Радио хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ижад ителгән картина ла республиканың төп телеканалы эфирына сыға. Ул быйыл йәй эксклюзив бүләк булараҡ «Башҡортостандың иң әүҙем ауылы» исемен яулаған Әбйәлил районы Күсем ауылында спектакль булараҡ сәхнәләштерелгәйне. Бөгөн ул фильм итеп үҫтерелгән. БСТ аша республика театрҙарына ла тамаша ҡылырға мөмкин. Өр-яңы спектаклдәр көн дә иртәнге сәғәттәрҙә күрһәтелә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңы йыл программаһы аша телевизор ҡараусылар күңеленә яҡын проектын таба ала.
Кескәй тамашасыларға ла тамырҙар үҙ Яңы йыл бүләген әҙерләгән. Йыл дауамында төшөрөлгән «Уйынсыҡ түгел» исемле өр-яңы телесериал да 1 ғинуарҙан уҡ эфирҙа.
Яңы йыл табынының традицион аш-һыуынан тыш, «Тәмле. Беҙ бергә» проекты аша телевизор ҡараусылар башҡа милләт вәкилдәренең кухняһы менән дә таныша ала.
Әлбиттә, башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәтенең бар камиллығын еткергән проекттар ҙа тик беҙҙең эфирҙа!.. «Башҡорт йыры» улар иҫәбендә. Легендар композитор Рим Хәсәновтың юбилей концерты 2 ғинуар күрһәтелһә, ретро һәм халыҡ йырҙарына заманса һулыш алған «Операнан этноға тиклемге» шоу 3-нә билдәләнгән. «Ете егет» проектының да бар тапшырыуҙарын тап Яңы йыл байрамдарында ҡарарға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин






