Республика милли музейында зиннәтле хазиналар экспозицияһы асылды

Византия алтыны һәм иран көмөшө зиннәттәре. Республика милли музейында зиннәтле хазиналар экспозицияһы асылды. Был экспонаттар боронғо Өфө ҡаласығы ҡәберлектәренән табылған. Ҡалала боронғо ҡурғандар барлығы хаҡында 18-19 быуатта уҡ билдәле булған. 19-сы быуатта табылған хазиналарҙың күпселеге беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Ҡайһы бер предметтар Санкт-Петербургҡа император ғаиләһенә бүләккә тапшырылған.

Күргәҙмәлә башлыса биҙәнеү әйберҙәре, паннолар, кубоктар урын алған. Был предметтарҙың шаҡтайы өфөләләр тарафынан төҙөлөш эштәре барышында осраҡлы табылған. Затлы биҙәнеү әйберҙәре Өфө ярым утрауында хәлле халыҡ йәшәгәнлегенә дәлил булып тора. Үҙенсәлекле күргәҙмә ғинуар аҙағына тиклем эшләй һәм ул Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ