«Рощинский» республика холдингы йыл йомғаҡтарын барлай

Юғары маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып, цехтарҙы яңыртып. «Рощинский» республика холдингы йыл йомғаҡтарын барлай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бәләкәй тәнәфестән һуң « Рощинский» совхозында хәләл продукция етештереү тергеҙелде. Әле цехта уларҙы көйләү, ебәреү эштәре бара. Бөгөн республика холдингы колбаса изделиеларының төрлө ассортиментын сығара. Һәм уны хәләл етештереү иҫәбенә тағы ла киңәйтергә иҫәп тота.

Продукцияға ихтыяж бар. Ассортиментта 30 төр ризыҡ - колбаса, деликатестар. Улар барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелә. Йылҡыныҡы, һыйыр итенән... Ассортимент өсөн хәләл тауыҡтарҙы ла һатып алабыҙ.

Азат Әхмәтов, «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының производство етәксеһе

Икмәк бешереү күләмен арттырыу, икмәк-булка, кондитер изделиеларының ассортиментың киңәйтер өсөн холдинг пекарняһы яңыртылды. Яңы продукциялар етештереү үҙләштерелде. Сиратта - билмән цехын яңыртыу маҡсаты тора. Ул тиҙҙән яңы бинаға күсә. Бында тулы ҡеүәткә эшләү өсөн бар шарттар булдырыла.

Уҙып барған йыл ваҡиғаларға бик бай булды. 1 августа һатыуға йылы икмәгебеҙҙе сығарҙыҡ. Хәләл билмән цехы эшкә ебәрелде. Колбаса цехы ҡоролмаларын алыштырҙыҡ.

Азат Әхмәтов, «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының производство етәксеһе

Баҫыу, малсылыҡ, үҙ продукцияны етештереү һәм уларҙы һатыу - «Рощинский» агрохолдингына ауыл хужалығы бизнесын индереүҙең грамоталы моделе 130 фирма магазины республикала ғына түгел, унан ситтә лә эшләй. 2023 йылда холдинг етәкселеге һатыу нөктәләрен 200-гә тиклем еткереп баҙар киңлегенә сығырға теләй. Популярлыҡ менән файҙаланған продукцияларҙың юғары сифаты ғына үҙгәрешһеҙ ҡала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ