СССР 15 социалистик республиканы берләштерә. Социалистик ҡоролош ябай халыҡ өсөн яҡшы тормошҡа өмөт бирә. Рәсәй империяһындағы көрсөк һәм беренсе Бөтә донъя һуғышы Советтар Союзы барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. “Был дәүләт тарихта һәм халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы”, - ти билдәле ғалим Нурислам Ҡалмантаев.
СССР-ҙың тарҡалыу тарихы 1991 йылдың авгусындағы ваҡиғаларҙан алда башлана, ти белгестәр. Советтар берлеге 69 йыл йәшәй. Илдең беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев булды. 1991 йылдың 25 декабрендә ул телевидение аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте, дәүләт башлығы вазифаһында эшен туҡтатыуы тураһында белдерҙе. “Михаил Сергеевичтың етди ҡаҙаныштары ла, тарихи хаталары ла күп булды”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
СССР-ҙың 100 йыллығы уңайынан илдә һәм республикала күргәҙмә, конференция һәм осрашыуҙар ойошторола. Мәҫәлән, Өфөләге Хәрби музейында “СССР-ға рәхим итегеҙ!” тип аталған экспозиция менән танышырға була. Ул киләһе йылдың 28 февраленә тиклем эшләй.







