Спорт байрамы 1 ғинуарҙа "Карауанһарай" сауҙа-күңел асыу комплексы янында сәғәт 12-лә башлана. Дистанция Яңы йыл иҫәбе буйынса 2 мең 23 метрға иҫәпләнгән. Сараның маҡсаты үҙеңә яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү, ти сараның координаторы Элина Ғәйнуллина.
“Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә 9-сыға ойошторола.







