Спорттың был төрөн үҫтереү мәсьәләһе Радий Хәбировтың Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты, «Самбо өсөн» федераль партия проекты координаторы Сергей Елисеев менән осрашыуында тикшерелде.
«Самбо өсөн» проекты мәктәптәрҙә, шулай уҡ илдең юғары уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла. Ул йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүгә етди өлөш индерә. Әле проектҡа илдең 78 субъектынан 2 мең ярым мәктәп ингән. Бынан тыш, ярыштар үткәреү өсөн самбо мәктәбе лигаһын булдырҙыҡ, - тине Сергей Елисеев. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, бөгөн төбәктә спорт көрәше үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлә. Ул төрлө көрәш дисциплиналары йүнәлешендә эшләйәсәк. Бынан тыш, унда самбо ярыштары һәм күнекмәләр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға әҙербеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Самбо киләсәктә «Спорт көрәше - мәктәптәргә» республика проекты йүнәлештәренең береһе була ала. Шулай уҡ Радий Хәбиров төбәктең Спорт министрлығына Башҡортостан физик культура институты базаһында спорт уҡытыусыларын әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Самбо буйынса тренерҙар өсөн өҫтәмә гранттарҙы шулай уҡ «Ауыл тренеры» республика программаһы сиктәрендә биреү ҡараласаҡ.




