Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа ҡараған Росгвардия хәрбиҙәре һәм уларҙың балалары өсөн яңы йыл байрамы ойошторолдо. Сараға хәрбиҙәр ғаиләләре менән килгән, дүрт йөҙҙән ашыу кешене әкиәт геройҙары сағыу тамаша менән ҡаршы алды. Байрамда ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, хәүефһеҙлек маҡсатында уларҙың йөҙҙәрен күрһәтеү тыйыла.






