Бөрөнән рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы «Кулагиндар ғаиләһе» коллективы федераль каналда сығыш яһап, халыҡ һөйөүен яулай. Ансамблдә дүрт быуын вәкиле сығыш яһай. Уларҙың иң олоһо Валентина Петровна, уға 92 йәш. Бала-саҡтан халыҡ йырҙарын йырлап үҫкән Валентина Кулагина өс ҡыҙын, ике ейәнсәрен һәм бүләсәһен бер коллективҡа туплап, төрлө сараларҙа сығыш яһай.
Үҙешмәкәр ансамбль Беренсе каналда барған «Аш-һыу бүлмәһендә ил менән йырлайбыҙ» тапшырыуында ҡатнаша. Эфир һайын рус халыҡ йырҙарын башҡарып, финалға тиклем барып еткәндәр. Кулагиндар ғаиләһе республикала «Калинушка» фольклор ансамбле исеме аҫтында ла билдәле. Әле улар Бөрөлә Яңы йыл байрамдары уңайынан үтәсәк сараларҙа ҡатнашырға әҙерләнә.



