Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары ваҡытында магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыу сикләнә

3 ғинуарҙан 5-нә тиклем спиртлы эсемлектәрҙе иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт бишкә тиклем һатып алырға була. 6 ғинуарҙа шулай уҡ киске сәғәт биштән һуң алкоголь эсемлектәр һатылмай. Ҡалған көндәрҙә магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр ғәҙәти режимда һатыла. Шулай итеп, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Яңы йыл байрамдарында дүрт көндә алкоголь эсемлектәрҙе һатыу буйынса сикләүҙәр бар. Тик был ресторан һәм барҙарға ҡағылмай.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ