Башҡортостан мәҙәниәте өсөн быйыл 13 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Республикала "Мәҙәниәт" милли проекты тормошҡа ашырыла. 4 йыл эсендә уға ярашлы 78 объект төҙөлгән. Республика Башлығы янындағы мәҙәнәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырышында ошо турала белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры реконструкциялана, унда эштәрҙең киләһе йыл аҙағында тамамланыуы көтөлә.Шулай Башҡорт, рус һәм татар драма театрҙарына йыл һайын 10 миллион һум бүленә. Совет ултырышында алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде Сергей Басов, Азат Биксурин, Зилә Сәйетова һәм Юлай Үҙәнбаевҡа Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исем бирелде.







