Уға 90 йәш ине. Риза Шәйехйән улы Башҡортостан фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың береһе. Ул 1932 йылда Миәкә районы Яңы Ишле ауылында тыуған. Риза Мағазов 13 йыл буйы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын етәкләй, Өфөләге вакциналар институты башлығы була, 1991 йылдан Башҡортостан фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлексәһенә етәксе вазифаһын ала. Башҡортостан юғары советы депутаты итеп һайлана. Ул 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.







